lirik lagu һин һәм мин (you and me) – dez (bashkortostan)
[куплет 1]
иҫләйем тәүге аҙымдар һинең янға башлап
йоҡоһоҙ төн, бәйләнештә, sms-тар, хаттар
һандарыңды яттан, һөйләсе, нисек хәлдәрең
эштәрең барамы? нисек үтте ял көндәрең?
еткерегеҙ сәләм, яйлап ҡына яуған ҡарҙар
батам һинең күҙҙәреңдә һәм кәрәкмәй ярҙам
тоташтылар ярҙар, ебәрмә мине, ҡосаҡла
мин һаҡлармын һине, һөйөү ҡабынған усаҡта
һыйпап, иркә, сәстәремдән, тын алһаң ҡолаҡҡа
миңә бик ныҡ оҡшай иртән һин мине уятһаң
ҡаршы алабыҙ таң, был көн һиҙелмәйсә үтер
һинең ҡараштарың мине ҡабат ала өтөп
эштән алаң көтөп, мин киләм, йәнем, ҡаршыла
һағындым һөйөклөм, һинең яныңа ашығам
беҙ икәү ғашиҡтар, аңлайһың, был ысын
мин һинең күҙҙәрзә таба алдым тылсым
[ҡушымта]
түгел ромео-джульетта, зөһрә һәм таһир
түгел сид һәм нэнси, икәү яҙабыҙ тарих
һин һәм мин, һылыу, һин һәм мин
һин һәм мин, һылыу, һин һәм мин
осрашманыҡ бушҡа, хистәр түгелдер яңылыш
икәү тоҡандырған усаҡ, икәү яҙабыҙ яҙмыш
һин һәм мин, һылыу, һин һәм мин
һин һәм мин, һылыу, һин һәм мин
[куплет 2]
ирендәр иренгә, ҡулдар үрелә ҡулдарға
беҙ һаман да бергә яҙмыш осратҡан юлдарҙа
үҙгәрәм һинең күҙҙәрҙә, ләкин мин шул уҡ хыялый
баҫамын алдыңа тәүге тапҡырҙай оялып
йылыңды тоямын, һылыу, һин дә мине ишет
мөхәббәткә һалдыҡ күпер, яҙмыштарҙы бергә ишеп
барыһын да кисер, әҙермен ут-һыуҙы кисеп
янында ҡалырға, барыһы ла һинең өсөн
ә һин аңламаҫһың мине, һорарһың тағы тәржемә
һуңыраҡ һөйләрмен, түҙеп торсо һин әҙ генә
нисек ҡәҙерле һин миңә, нисек яратам өҙөлөп
ә һин яуаплайһың был мөхәббәттең үҙелер
иҫемдә теге төн, яңы йыл, салют, ап-аҡ ҡар
һыйынаң түшемә, туймаҫһың кеүек ҡосаҡлап
мин һине яратам, хистәрҙе һаҡлар йөрәктәр
хәҙер мин аңланым, бәхет өсөн һин кәрәкһең
[ҡушымта]
түгел ромео-джульетта, зөһрә һәм таһир
түгел сид һәм нэнси, икәү яҙабыҙ тарих
һин һәм мин, һылыу, һин һәм мин
һин һәм мин, һылыу, һин һәм мин
осрашманыҡ бушҡа, хистәр түгелдер яңылыш
икәү тоҡандырған усаҡ, икәү яҙабыҙ яҙмыш
һин һәм мин, һылыу, һин һәм мин
һин һәм мин, һылыу, һин һәм мин
lirik lagu lainnya :
- kumpulan lirik lagu qveen herby › lirik lagu strange dreams – qveen herby
- kumpulan lirik lagu black the ripper › lirik lagu doe or die – black the ripper
- kumpulan lirik lagu the disappointment choir › lirik lagu i am awake – the disappointment choir
- kumpulan lirik lagu icon › lirik lagu personality – icon
- kumpulan lirik lagu jvon › lirik lagu crazy girl – j’von
- kumpulan lirik lagu wild ones › lirik lagu they’re not me – wild ones
- kumpulan lirik lagu jason derulo › lirik lagu too hot – jason derulo
- kumpulan lirik lagu xlly › lirik lagu illuminado – xlly
- kumpulan lirik lagu moona › lirik lagu freestyle moon’a – moon’a
- kumpulan lirik lagu davey suicide › lirik lagu anti-system revolution – davey suicide