lirik lagu йөрәк йылмайыуы (a heart smile) – инсан (insan)
[куплет 1: инсан]
уҙған йылдар, төрлө уйҙар,ваҡиғалар аша
үтелгән юлдарым бер-береһенә үрелеп тоташа
ҡылған хаталарымдың тәрән мәғәнәһе асыла
һәр бер аҙымымдың йомғаҡтары табыла
ҡараңғыла дөрөҫ юлды йөрәгем менән һайлайым
уйламайым, йәнем тауышын, хистәремде тыңлайым
шул саҡ бер-бер артлы ҡабына йондоҙҙар
яҡтылыҡ аҫтында тыуа өр-яңы аҙымдар
үткәндәр күптән үткән, ә киләсәк етмәгән
күптәрҙең ғүмере тик ошо ике яҡҡа бәйләнгән
ә тормош хәҙер бында, ошо йырымда
бына был секундтағы һинең тирә-яғыңда!
нимә күрәһең, тимәк, лайыҡһың һин шуға!
ысынбарлыҡ эске донъяңдың көҙгөһө булып тора
теләһәң, һин һәр саҡ үҙгәртә алаң был донъяны
уның өсөн кәрәк йөрәгең йылмайыуы!
[ҡушымта: гөлниә]
сикһеҙ йыһандың өлөшөнә әйләнеп
бар донъяны яҡтылыҡҡа күмеп
мөхәббәт менән тултырҙы
йөрәгем йылмайыуы
[куплет 2: инсан]
тау башында ултырып ҡояш байыуын күҙәтәм
аңды уйҙарҙан бушатып ошо мәлгә әйләнәм
минең күҙҙәремдә һуңғы нурҙар сағылышы
ҡолаҡта моң булып сыңлай тере ерҙең тауышы
һәр береһе үҙе һайлай үҙенең һуҡмағын
яңы тәндә йәнең һала үҙенә тағы бер юлын
яуаплылыҡ йөк кеүек һәр беребеҙҙең ҡулында
күптәр уны ситкә ташлап үҙенән ҡасып маташа
яҡты уйҙар менән бында ожмах төҫтәркен индерәң
яуызлыҡтар ҡылып донъяңды тамуҡҡа әйләндерәң
шуға был ҡоралды дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк
белемле булыу мөһим түгел, аңлы булыу мөһимерәк!
йылдар, тормош үтеүен һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ
яңы аҙымдар йомғаҡтарын һуңынын табырбыҙ
ләкин мин ышанам, бөтәһе лә дөрөҫ булыр
күңелеңде йылытһа йөрәгең йылмайыуы
[ҡушымта: гөлниә]
сикһеҙ йыһандың өлөшөнә әйләнеп
бар донъяны яҡтылыҡҡа күмеп
мөхәббәт менән тултырҙы
йөрәгем йылмайыуы
[инструменталь бридж]
[ҡушымта: гөлниә]
сикһеҙ йыһандың өлөшөнә әйләнеп
бар донъяны яҡтылыҡҡа күмеп
мөхәббәт менән тултырҙы
йөрәгем йылмайыуы
lirik lagu lainnya :
- kumpulan lirik lagu trailer bride › lirik lagu too many snakes – trailer bride
- kumpulan lirik lagu darell › lirik lagu velitas (part. brytiago) – darell
- kumpulan lirik lagu the earth laid bare › lirik lagu flow – the earth laid bare
- kumpulan lirik lagu youngboy never broke again › lirik lagu miss alinda – youngboy never broke again
- kumpulan lirik lagu the beatles › lirik lagu here we go again – the beatles
- kumpulan lirik lagu woes › lirik lagu gone forever – woes
- kumpulan lirik lagu near › lirik lagu no trace – near
- kumpulan lirik lagu novelist › lirik lagu rhythm & gash (vocal) (bonus track) – novelist
- kumpulan lirik lagu lance pique › lirik lagu limbo (move with it) – lance pique
- kumpulan lirik lagu drake chisholm › lirik lagu elastic – drake chisholm