lirikcinta.com
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

lirik lagu мин бар (i exist) – инсан (insan)

Loading...

[«мин бар» йырының һүҙҙәре]
[текст песни «мин бар»]

[куплет 1]
мин бар! йәнем йыһанды гиҙә, йондоҙҙарҙы биҙәп
тура юлды һиҙә, хәҙер аҡылым өсөн юҡ ҡағиҙә
башҡалар фекере тиҙәк, уларҙы ҡорттай иҙәм
бер тауышҡа һалынам, ул йәнемдән килә
тәжрибә бейеклегендә тағы табылды ҡанаттарым
аңланым: оҙаҡ йылдар булманым
йәнем аҡылдан туҡмалды, тауышһыҙ ҡалды
ҡара мөйөштә уйҙар араһында буталды
минеке генә етмәгән, башҡалар аҡылдары ла
был бүлмәгә инеп йәнемде шымытып өйрәтте:
“былайтма! тегеләйтмә! бында барма! быны кеймә!
улай әйтмә! былай йөрөмә! кешене көлдөрмә!”
оҙаҡ йылдар мин уйланым бәлки шулай дөрөҫ тип
тәжрибәле кешеләр һүҙҙәрендә бар көс тип
ләкин был тормош юлын минең үҙемә үтергә
тимәк бөгөндән мин ышанам үҙ йәнемә!

[ҡушымта]
мин бар йәнем тауышы булғанға!
мин бар хыялдарға тоғро булып ҡалғанға!
мин бар! ә һин минең менән килешмәһәң
f–k you! аҡ юл!
мин бар йәнем тауышы булғанға!
мин бар хыялдарға тоғро булып ҡалғанға!
мин бар! ә һин минең менән килешмәһәң
f–k you! аҡ юл!

[бридж]
мин бар
мин бар
мин бар
мин бар
мин бар
мин бар
мин бар
мин бар

[куплет 2]
мин бар аҡыл менән йәнем араһында мәңгелек
бар тереклек өлөшө, берҙәмлек
тормошом – рәхәтлек, алда яңы бейеклек
көрәшкә ҡул һелтәү килтерә ысын еңеллек
еңелгәндәрҙең муйынына эленә кредит
кеше хәҙер гибрид, аҡылы томанлы гид, аҙаштыра бит
был уйындың ҡағиҙәһендә сырмала ит
йәнгә тән төрмәгә әйләнә бит
донъя – ул мөнәсәбәт сағылышы көҙгөлә
төкөлә күбеһе көҙгөгә, сағылыш артынан бөгөлә
көлә өлгөлөләр, мин-минлегемдән бүлә
өмөтөм өҙөлә, шунда тағы юҡлығым килә…
туҡта! инде мин үҙемә, башҡаларға башҡа
булырға бирәм рөхсәт. шул инде төп сәйәсәт!
башлана сәйәхәт. мин барлығыма һалам оран
иғтибарымды үҙемә борам!

[ҡушымта]
мин бар йәнем тауышы булғанға!
мин бар хыялдарға тоғро булып ҡалғанға!
мин бар! ә һин минең менән килешмәһәң
f–k you! аҡ юл!
мин бар йәнем тауышы булғанға!
мин бар хыялдарға тоғро булып ҡалғанға!
мин бар! ә һин минең менән килешмәһәң
f–k you! аҡ юл!

[(бридж һәм) ҡушымта]
(мин бар) мин бар йәнем тауышы булғанға!
(мин бар) мин бар хыялдарға тоғро булып ҡалғанға!
(мин бар) мин бар! ә һин минең менән килешмәһәң
(мин бар) f–k you! аҡ юл!
(мин бар) мин бар йәнем тауышы булғанға!
(мин бар) мин бар хыялдарға тоғро булып ҡалғанға!
(мин бар) мин бар! ә һин минең менән килешмәһәң
(мин бар) f–k you! аҡ юл!

lirik lagu lainnya :

YANG LAGI NGE-TRENDS...

Loading...