lirikcinta.com
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

lirik lagu кемгә әтәс (to whom the rooster) – тархан (tarhan)

Loading...

[ҡушымта]
бына шулай ҡабатлана һәр яңы таң
иртәрәк торған әтәс ҡысҡырып беҙҙе уята
кисә ҡалдың һуңға, әлбиттә, йоҡоң туймаған
кисәге көн булмаҫ башҡа, ваҡыт етәкләгәс ҡулдан
бына шулай ҡабатлана һәр яңы таң
иртәрәк торған әтәс ҡысҡырып беҙҙе уята
кисә ҡалдың һуңға, әлбиттә, йоҡоң туймаған
кисәге көн булмаҫ башҡа, ваҡыт етәкләгәс ҡулдан

[куплет 1]
бир үҙеңде был мәлгә, ҡуй үҙенде был хәлгә
иҫләйем, уйнай торғайныҡ dendy дуҫым менән бергә
ҡараныҡ tv биш канал артығы менән йеттәй торғайны
кем белгән бер ҡасан түләрмен тип ip өсөн ай һайын
видеокассеталарҙа ҡалған боевик фильмы геройҙары
иҫтә һаҡланыр, рәхмәт columbia һәм warner brothers
малай саға, һинең нарутаң улар эргәһендә көсөк
беҙҙең комикстарҙа һинең азиаттарың әле төпсөк
иҫләйем, нисек әсәй-атай индерә алмай торғайны тыштан
һин әле унда кеймәгән инең ыштан
хәҙер улайҙы һирәк күрерһең урамдарҙа
иғтибар итеп ҡара әле балконға һауа һуларға сыҡҡaнда
һәм бер һорау тағын ҡайҙа улай ныҡ ҡавлана ваҡыт
эшләнек ҙур аҙым тип кеше күкрәген ҡағыр
был наука һаман ҡаҙый табам тиеп алтын
тиҙҙән беҙҙе юйыр дарыу үлтергән кеүек таҙҙы

[ҡушымта]
бына шулай ҡабатлана һәр яңы таң
иртәрәк торған әтәс ҡысҡырып беҙҙе уята
кисә ҡалдың һуңға, әлбиттә, йоҡоң туймаған
кисәге көн булмаҫ башҡа, ваҡыт етәкләгәс ҡулдан
бына шулай ҡабатлана һәр яңы таң
иртәрәк торған әтәс ҡысҡырып беҙҙе уята
кисә ҡалдың һуңға, әлбиттә, йоҡоң туймаған
кисәге көн булмаҫ башҡа, ваҡыт етәкләгәс ҡулдан

[куплет 2]
был аҙаҡ әлегә әйтерһең күктәге ялағай
беҙҙең былай мөнәсәбәт яра өҙөктәрен ялғамай
батша нисә быуат төкөрә алдау халыҡҡа
хәҙер ҡатымы даға үҫә торғас ҡор етте етенсе һанға
былай тиҙлек менән ауыл әйләнер ҡалаға
туп түгел, android уйынсыҡ хәҙерге балаға
һәм нисек табырға энәне был мегабайт далаһында
әгәр тура килһә арттағы ишекте асырға
әҙерме ҡасырға әйләнмәҫ өсөн ҡүңелһеҙ ҡурсаҡҡа
әҙерме ҡасырға әгәр үҙебеҙ төҙөгән система асыҡһа
үтһә лә быуаттар, ислам булып ҡалыр юл таҙалыҡҡа
яҙылған маңдайыңда был хәл түҙмәҫ оҙаҡҡа
һин ышанаң был быуатҡа мулла ышанған кеүек аллаға
тик кемдең кем икәнен онотһаң күрерһең кем аңғыра
дөрөҫ аңла, мин был аҙым байлығына ҡаршы түгел
тик сама менән мөнйөргә өйрәнер кәрәк был һөйәкте

[ҡушымта]
бына шулай ҡабатлана һәр яңы таң
иртәрәк торған әтәс ҡысҡырып беҙҙе уята
кисә ҡалдың һуңға, әлбиттә, йоҡоң туймаған
кисәге көн булмаҫ башҡа ваҡыт етәкләгәс ҡулдан
бына шулай ҡабатлана һәр яңы таң
иртәрәк торған әтәс ҡысҡырып беҙҙе уята
кисә ҡалдың һуңға, әлбиттә, йоҡоң туймаған
кисәге көн булмаҫ башҡа ваҡыт етәкләгәс ҡулдан

lirik lagu lainnya :

YANG LAGI NGE-TRENDS...

Loading...