lirik lagu уйын һинеке (the game is yours) – s.e.r. (bashkortostan)
[скрэтчтар: reldnah]
минең исем
билдәле
[куплет 1: s.e.r.]
ысынбарлыҡты күрергә ҡамасаулай был ауыр керпектәр
бир миңә ҡыҙыл дарыуҙы, ярҙам ит, терелт, йә!
мин ялҡтым барып артынан аҡ ҡуяндың
ҡуямын һорау: “өң тәрән?” төн әрәм, таң, ҡалтырап уяныу…
юханы танымай билдәлектә ҡәләмдең башын өҙөп алам тешләп
ваҡыт булһа иҫерткес эсемлек, минең бушап баралыр шешәм!
торам әле үҙ-үҙемде тойоп, ялағандай бүре яраһын
ялағай үтһен тип ялбарҙым, яҡтылыҡты күреп ауаһы
ине. төтөнлө һауаһын имеп, көттөм мин дауамын ниҙең?
өтөрҙәр өҫтәмәй өмөт, был ауырыу бөтөнләй дауаһыҙ имеш!
күҙлектәрҙе аҫҡараҡ төшөрөп, мейегә шөрөп ултыртып сығам
мин беренсе түгел, мин берҙән-бер һәм шунлыҡтан ҡурҡынысыраҡ!
бөйөк уйындың алйыған оҫтаһы
ҡулъяҙмам быҫҡып ятты ялҡында оҙаҡ ныҡ
оятһыҙ, сөнки фекер һеҙҙең мин те-те-теҙеп!
таптым үҙемде өс хәрефкә алғас яҙмыштан оҙатыу!
ҡоҫамын эскенән түгел, тышҡынан ерәнеп
эстә үлде шағир-шым ғына ерләнек
барыһы ла һүнгәндә миндә тоҡанды кемгәлер
шылтыратыу теләге, шырпылай бер мәл! мин
бысраҡ, иҫерек, аҙғын һүҙҙәрен ҡан менән яҙам дәфтәргә ғәмәлдәрҙең
“уйын һинеке, рэп ишектәре һаман тап һинең буй-һынға, рәхим ит ҡәлғәңә, сер”…
[ҡушымта: lenar15kh һәм s.e.r.]
рәхим ит ҡәлғәңә, сер!
рәхим ит ҡәлғәңә, сер!
беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡурсаҡтар тарттырылған ептәрҙә
беҙ бөтәбеҙ ҙә, ләкин мин күрәм ептең ҡайһыһына эләккән
рәхим ит ҡәлғәңә, сер!
рәхим ит ҡәлғәңә, сер!
беҙ бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ көсһөҙ үлем алдында
беҙ бөтәбеҙ ҙә, ләкин мин күптән ҡойҙом үҙемде алтындан!
[куплет 2: s.e.r.]
тормош руле артында, ә миңә ҡабат һалалар ҡатыһын
һәм күҙҙәрҙе ҡаплай аяуһыҙ яҡтылыҡ
яҡын ныҡ ҡояшҡа, яҡын үлемгә, ләкин һаман ҡысҡырып уҡынамын
был һүҙҙәр тишер ысынбарлыҡ туҡымаһын, мин янып үлермен һәм ҡабат ҡалҡырмын!
һин күрәң мине микро алдында тәҙрә аша, тирләгән тәҙрә аша
иркен һулап бергә бер ярым бүлмәлә мин нәфрәт менән ташам!
ташлап күләгә ҡая үрҙәрҙә балҡый бер юл, мин киләм тотоп ҡулда сыраҡ
аяҡ кейемемдә бар аҡсам булһа ла, эҙҙәрем ҡиммәтлеге унан сыҡмай!
ҡуласалай барған юлым, йүгерһәм дә урында бар сәнғәт әйләнә тирәләй
йылдар – йылға, йырҙар йыра, йыраҡ һымаҡ, ләкин миңә йәнә ҡәләм бирәләр
имгәнәм-азатлыҡ уттары тишә арҡаны
нимәгә мин ултырғыста һәм ишәм арҡанды?
киләләр тубыҡланып: “уҡығаныңды ишетмәй сарсаныҡ
һин кәрәк был уйынға, һин һуңғы тау, тиңдәш заттар юҡ
ҡалманылар!”
аяҡ аҫтында бөйөклөк ҡалдыҡтары
киләсәк ҡараңғы, ләкин мин эйәртәм аҙашҡандарҙы, имеш, өмөттө ҡалдырмағыҙ!
яҡтыртам тип юлды өҙөп алдым йөрәкте, күкрәккә ҡәләм сәнсеп
“уйын һинеке, рэп ишектәре һаман тап һинең буй-һынға, рәхим ит ҡәлғәңә, сер!”
[ҡушымта: lenar15kh һәм s.e.r.]
рәхим ит ҡәлғәңә, сер!
рәхим ит ҡәлғәңә, сер!
беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡурсаҡтар тарттырылған ептәрҙә
беҙ бөтәбеҙ ҙә, ләкин мин күрәм ептең ҡайһыһына эләккән
рәхим ит ҡәлғәңә, сер!
беҙ бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ көсһөҙ үлем алдында
беҙ бөтәбеҙ ҙә, ләкин мин күптән ҡойҙом үҙемде алтындан!
[аутро: хор]
рәхим ит, рәхим ит, рәхим ит ҡәлғәңә, сер!
lirik lagu lainnya :
- kumpulan lirik lagu sosamann › lirik lagu too high – sosamann
- kumpulan lirik lagu treistemm › lirik lagu meteor shower – treistemm
- kumpulan lirik lagu backworld › lirik lagu the angels of ashes – backworld
- kumpulan lirik lagu erick herve › lirik lagu pobre rico – erick hervé
- kumpulan lirik lagu only sun › lirik lagu bad decisions – only sun
- kumpulan lirik lagu clayhill › lirik lagu one thing we’ve not forgotten – clayhill
- kumpulan lirik lagu rachel knight banshee › lirik lagu i was never yours – rachel knight (banshee)
- kumpulan lirik lagu leny andrade › lirik lagu ana luisa – leny andrade
- kumpulan lirik lagu nelson ned › lirik lagu canción popular – nelson ned
- kumpulan lirik lagu wrabel › lirik lagu silent night / light of the world – wrabel